Версия для слабовидящих

452880, Республика Башкортостан, Аскинский район, с. Аскино, ул. Пионерская д.7

Управление
культуры,спорта и молодежной политики
Муниципального района
Аскинский район
Республики Башкортостан
Герб
Башҡортостан Республикаһы
Асҡын районы Муниципаль районының

«МӘҘӘНИӘТ, СПОРТ ҺӘМ ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ
ИДАРАЛЫҒЫ МУНИЦИПАЛЬ ҠАҘНА
УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

Берҙәмлектә — көс

Беҙҙең әбей-бабайҙарыбыҙ элек-электән ҡош-ҡорт үрсеткән, күпләп мал-тыуар аҫраған. Ауыл ерендә әле лә ҡаҙ ҡараусылар бихисап. Уның мамыгынан түшәк, мендәр, урын-ер әйберҙәре эшләйҙәр, тәмле аш-һыу әҙерләйҙәр, майын һалҡын тейгән осраҡта, тын юлдары ялҡынһынғанда ҡулланалар, ә инде ҡаҙ майында майланған ҡоймаҡтың тәмлелеген әйтеп бөткөһөҙ.

Әлеге ваҡытта ла ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре уҙып тора. Районыбыҙҙа йолаларға ҙур иғтибар бирелә һәм Үршиҙе ауылында ла матур йолаларҙы һаҡлап йәшәйҙәр. Бирелә ғүмер кисереүсе һәм күпләп каҙ аҫраусы ғаилә Алсу, Радиф Фәйзуллиндар менән берлектә, клуб хеҙмәткәрҙәре матур итеп “Ҡаҙ өмәһе” үткәрҙе. “Гөлнәзирә” фольклор коллективы ла өмәнән ситтә ҡалманы, дәртле йырҙары менән байрамды биҙәне, эштең эсендә ҡайнаны. Сара “Айыҡ ауыл-2023” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Был конкурс айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән. Йыр-моң, күңелле аралашыу, ҡаҙ йолҡоуҙың бөтә нескәлектәрен дөрөҫ итеп үтәү, бөтәһе лә ошо көндө матур итеп башҡарылды, үҫеп килеүсе йәш быуынға еткерелде. Ә инде иң күңелле һәм матур миҙгелдәрҙең береһе — ҡаҙҙарҙы йылға буйына сайҡарға төшөү булғандыр. Милли кейемдәрҙәге апайҙарҙың, еңгәләрҙең моңло йырҙары ауыл өҫтөн йәмгә төрҙө.