28 августа в Аскинской межпоселенческой центральной библиотеке прошла литературная встреча под названием «Осраҡһыҙ осрашыу» (Неслучайная встреча) с народным писателем Республики Башкортостан, заслуженным работником культуры России и Башкортостана, членом Союза писателей Россиии и Башкортостана, поэтом и сатириком Марселем Шайнуровичем Салимовым. С особым трепетом и гордостью представил Марсель Шайнурович нового редактора журнала «Һәнәк», поэта Илгиза Ишбулатова. В завершении желающие смогли получить автограф сатирика и сделать фото на память. Гульзифа Мухаматдинова, и.о начальника Управления культуры, спорта и молодежной политики, выразила слова благодарности Марселю Салимову и Илгизу Ишбулатову за такую теплую встречу, вручила Благодарственное письмо, пожелала им и журналу “Һәнәк” дальнейшего процветания, новых достижений и высот.
Асҡын үҙәк китапханаһында Башҡортостандың сатирик һәм юмористик шағиры, яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире (1980-2010 йылдарҙа), бөйөк шәхес Марсель Шәйнур улы Сәлимов менән “Ораҡһыҙ осрашыу” тигән бик күңелле һәм фәһемле әҙәби осрашыу үтте. Һәркемдең күңеленә үтеп инерлек юморлы шиғырҙарын уҡыуын, эшләгән осорҙарынан төрлө ҡыҙыҡлы мәлдәре тураһында һөйләүен осрашыуға килгән һәркем ихлас тыңланы. “Һәнәк” журналының яңы мөхәррире шағир Илгиз Ишбулатов менән дә ғорурланып таныштырҙы. Илгиз Вәкил улы журналдың яңы ғына табанан төшкән һандарын күрһәтеп, әлеге көндә гәзит-журналдарҙың нисек йәшәүе турында һөйләп уҙҙы, үҙенең төрлө йылдарҙа ижад иткән шигырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай ук Марсель Сәлимовтың шиғырҙарына яҙылған йырҙар тыңлау, йәнле һөйләшеү сараны айырыуса ҡыҙыҡлы һәм күңелле итте.