Версия для слабовидящих

452880, Республика Башкортостан, Аскинский район, с. Аскино, ул. Пионерская д.7

Управление
культуры,спорта и молодежной политики
Муниципального района
Аскинский район
Республики Башкортостан
Герб
Башҡортостан Республикаһы
Асҡын районы Муниципаль районының

«МӘҘӘНИӘТ, СПОРТ ҺӘМ ЙӘШТӘР СӘЙӘСӘТЕ
ИДАРАЛЫҒЫ МУНИЦИПАЛЬ ҠАҘНА
УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә»

Район Мәҙәниәт йортонда төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған «Ҡот һәм бәрәкәт милли кейем һәм биҙәүестәрҙә» тип исемләнгән муниципаль-ара семинар уҙғарылды.
Фойела милли кейемдәр күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Бында Балыҡсы, Ҡыр-Танып, Һыу-Танып, Ғәйнә ырыуҙары үҙҙәренең традицион милли костюмдарын презентацияланы. Арала 150-250 йыл буйы ҡәҙерләп, быуындан быуынға тапшырылып һаҡланып килгән ҡомартҡылар ҙа бар.