Бөгөн Район мәҙәниәт йортоноң балалар театр студияһы тарафынан Кубияз ауылы уҡыусылары өсөн “Яңы йыл мажаралары” тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Тамашала 3 йәштән алып 14 йәшкәсә балалар ҡатнашты. Бәләкәстәр уйындарҙа әүҙем ҡатнашты, үҙҙәренең шиғырҙары, йырҙары менән Ҡыш бабайҙы һөйөндөрөп, уның күстәнәстәре менән һыйландылар. Байрам барыһының да күңеленә хуш килде.